10:47 (UTC+5), 03 Апрель 2024

Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында Башҡортостан студенты зыян күргән

Фото: видеонан скриншот
Ләйсән Закирова

Күрше Татарстанда самолет тибындағы дрондар һөжүме ваҡытында Башҡортостан студенты зыян күргән. Билдәле булыуынса, Баймаҡтан 16 йәшлек үҫмер яраланған. Республика рәисенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр итте.

«Барыһының да хәле уртаса ауырлыҡта, ыңғай динамика күҙәтелә», — тине ул.

Әлеге ваҡытта 14 яралы, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған үҫмер тураһында билдәле. Алты кеше - Алабуға үҙәк район дауаханаһында, ҡалғандары өйҙә дауалана. Яраланған йәштәрҙең һәммәһе лә «Алабуға Политех» колледжында уҡый.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Татарстанда дрондар «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһенә, республиканың Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм иткән. «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһындағы ятаҡҡа һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был хаҡта махсус иҡтисади зонаның генераль директоры Тимур Шаһивәлиев белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-04-03/v-tatarstane-vo-vremya-ataki-bespilotnikami-postradal-student-iz-bashkirii-3712767

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика