

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 18 йәшлек өс егеттең элемтә объекттарында диверсия ҡылыуына юл ҡуймаған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өс дуҫ өҫтәмә аҡса эшләргә уйлаған. Телеграм-каналда улар билдәһеҙҙәр менән аралаша башлаған, тегеләре иһә элемтә объектына ут төрткәндән һуң аҡса түләргә вәғәҙәләгән. Егеттәр ризалашҡан.
«Янғын сығарырға торғанда өсөһө лә Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынды. Ваҡиға урынын тикшергәндә енәйәт ҡылыу өсөн әҙерләнгән ҡоралдар һәм матдәләр табылды. Уларға ҡарата «диверсия» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды», - тип хәбәр иттеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Киров районы суды уларҙы һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.