06:14 (UTC+5), 27 Марта 2024

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә хәрби комиссарҙың һәләк булыуын раҫланылар

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйсән Закирова

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары Ринат Ғималовтың фажиғәле һәләк булыуын рәсми рәүештә раҫланылар.

«Профессиональ етәксе, яҡшы ғаилә башлығы арабыҙҙан китте. Быйыл май айында уның беҙҙең район биләмәһендә эшләүенә 20 йыл тулыр ине. Ошо осорҙа ул граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барҙы. Хәрби комиссариат коллективы сәғәт кеүек эшләне, етәксе тап шундай тәртип булдырғайны», - тиелә коллегаларының хәбәрендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ринат Нуретдин улы яңыраҡ Шайморатов һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнде. 2003 йылда ул Көньяҡ Осетияла мөһим дәүләт объектын баҫып алыуға юл ҡуймаған, элемтә узелдарын һаҡлаған, ә шул уҡ йылдың авгусында Цхинвал сауҙа үҙәгендә ҡулдан эшләнгән шартлатҡысты зарарһыҙландырған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, кисә Өфө — Инйәр — Белорет трассаһының 15-се километрында булған юл һәләкәтендә хәрби комиссарҙың ғүмере өҙөлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Renault Clio автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып, Toyota Isis менән бәрелешкән. Аварияла тағы бер кеше йән биргән. Икәүһе дауаханаға оҙатылған.

Ринат Ғималовты 28 мартта ерләйҙәр. Хушлашыу ваҡытын һәм урынын өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәктәр.

«Башинформ» мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-03-27/v-administratsii-karmaskalinskogo-rayona-bashkirii-podtverdili-gibel-voenkoma-3702859

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика