Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
25 Март , 12:16

«Крокус Сити Хол»да теракт тураһында эштең дүрт фигуранты 22 майға тиклем ҡулға алынды

Ксения Калинина, архив фотоһы
Фото:Ксения Калинина, архив фотоһы

Мәскәүҙең Басман суды «Крокус Сити Хол»да булған теракт тураһында эш буйынса ғәйепләнеүселәрҙе 22 майға тиклем ҡулға алды, тип хәбәр итә «Моя Уфа» телеграм-каналы.

32 йәшлек Далерджон Мирзоев, 30 йәшлек Рачабализода Саидакрами Муродали, 25 йәшлек Шәмсетдин Фәридуни һәм 19 йәшлек Мөхәммәтсобир Файзов (уны судҡа носилка менән алып килделәр) 2024 йылдың 22 майына тиклем һаҡ аҫтына алынды.

Уларҙың барыһы ла теракт ҡылыуҙа ғәйепләнә (Рәсәй Енәйәт кодексы 205-се статьяһының 3-сө өлөшө). Ғәйепләнеүселәргә ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү янай.

Мирзоев һәм Муродали үҙ ғәйебен таныны.

Тәфтиш комитетының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, «Крокус Сити Хол»дағы терактта 137 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың өсәүһе — балалар. 182 кеше зыян күргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 март кисендә Красногорскиҙа террорсылар «Крокус Сити Хол»да атыш ойошторған, һуңынан ут төрткән. Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә ошо «ҡанлы һуйышҡа» ҡағылышы булған һәр кемде табып, яза бирергә вәғәҙәләне.

Красногорскиҙағы «Крокус Сити Холл» концерт залына һөжүм 2004 йылда Бесландағы мәктәпте баҫып алғандан алып Рәсәй тарихында иң ҙур теракт булып иҫәпләнә. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-03-25/chetyreh-figurantov-dela-o-terakte-v-krokuse-arestovali-do-22-maya-3698960

Автор:Вероника Никитина
Читайте нас: