
Учалыла кисә кис көнө 12 йәшлек Регина Гидиятова әсәһе менән әрләшеп өйөнән сығып киткән. Регина менән элегерәк тә шундай осраҡтар булған, ләкин был юлы ул ҡунырға ла ҡайтмаған.
«Мин бөтә дуҫтарыма, туғандарыма шылтыраттым, ул бер ҡайҙа ла юҡ. Полицияға ғариза яҙҙым, ҡыҙымды төнө буйы эҙләнеләр, ләкин тапманылар», – тине Регинаның әсәһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баланы эҙләү эштәре дауам итә.
Бишенсе класс уҡыусыһы аҡ капюшонлы ҡыҫҡа ҡара куртка, ҡара джинсы салбар, йәйге аҡ кроссовка кейгән.
Ҡыҙҙың билдәләре: оҙон ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, буйы 135-140 сантиметр, уң яҡ яңағында миңе бар.
«Телефонын өйҙә ҡалдырған, үҙе менән башҡа кешенең исеменә теркәлгән банк картаһы булырға мөмкин. Әгәр һеҙ уның ҡайҙалығын беләһегеҙ икән, 102, 112, 8-967-73-52-204 (ҡыҙҙың әсәһе), 8-967-459-40-89 (эҙләү буйынса координатор Анастасия) телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип яҙа ирекмәндәр социаль селтәрҙә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.