Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Февраль 2024, 12:59

Өфөлә сит ил машинаһы икмәкханаға килеп ингән - видео

«Моя Уфа» телеграм-каналы
Фото: «Моя Уфа» телеграм-каналы

13 февраль иртәһендә «Хендай» автомобиле Өфөнөң Затон биҫтәһендәге икмәкханаға килеп ингән. «Моя Уфа» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, рулдәге ҡатын-ҡыҙ педалдәрҙе бутап, газға баҫҡан. Хәҙер инде водитель бинаға ҡиммәтле ремонт яһарға тейеш.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

«Бөгөн иртән Өфө дәүләт автоинспекцияһы юл-патруль хеҙмәте полкының дежур бүлегенә Затон биҫтәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Крета» водителе Әхмәтов урамында урынлашҡан бинаға бәрелгән. Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән», - тип белдерҙеләр баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-02-13/v-ufe-inomarka-protaranila-pomeschenie-pekarni-3641589

Видео: ЮХХДИ-ның Өфө буйынса идаралығы
Автор: Дарья Субботина
Читайте нас