Сибайҙа 30 йәшлек Әлиә Илбулова хәбәрһеҙ юғалған. 2024 йылдың 12 февраленән алып уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ, тип хәбәр итте «Лиза Алерт. Башҡортостан».
Билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле.
Әлиә аҡ оҙон куртка, ҡара спорт олимпийкаһы, ҡара оҙон юбка, аҡ яулыҡ, ҡара итек кейгән.
Уның ҡайҙа икәнен белгәндәрҙән 8-800-700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.