Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Ғинуар , 11:21

Башҡортостанда фура менән юл фажиғәһендә Ырымбур водителе һәләк булған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

Башҡортостанда фура менән юл фажиғәһендә Ырымбур водителе һәләк булған. Авария кисә Күгәрсен районында теркәлгән.

«Киа Рио»ның 39 йәшлек водителе Мораҡ ауылынан Магнитогорск - Ира автомобиль юлына сыҡҡанда «Скания» йөк машинаһына юл бирмәгән һәм йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Еңел автомобиль водителе урындағы дауаханаға оҙатылған, шул уҡ көндө кисен алған йәрәхәттәренән вафат булған, тип хәбәр иттеләр республиканың дәүләт автоинспекцияһынан.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-01-19/v-bashkirii-v-dtp-s-furoy-pogib-zhitel-orenburgskoy-oblasti-3609232

Автор:Анастасия Другова
Читайте нас: