Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Ғинуар 2024, 15:36

Өфөлә 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙ юғалған

«БашРегионСпас» төркөмө
Фото: «БашРегионСпас» төркөмө

Өфөлә 15 йәшлек Анна Шмелькова юғалған. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 17 ғинуарҙан уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Билдәләре: буйы 160 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, һоро күҙле, һорғолт сәсле.

Юғалған көндө ул өҫтөнә тубыҡҡа тиклем ҡара куртка, ҡара берцы кейгән.

Уның ҡайҙа икәнлеге хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-01-18/v-ufe-propala-15-letnyaya-shkolnitsa-3608459

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас