Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 16 ғинуарҙа иртән Стәрлетамаҡ районында, Өфө — Ырымбур автомобиль юлының 113-сө саҡрымында, «Мазда 6», «ГАЗель» һәм «Шкода Октавиа» бәрелешкән.
Юл фажиғәһендә имгәнгән ете кешене табиптар ҡарай, уларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған.
«Авария Рощинский ауылы янында булған. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәргә тәүге ярҙам күрһәткән, һуңынан уларҙы Стәрлетамаҡ дауаханаһына алып киткәндәр», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.