
Стәрлетамаҡта элекке ҡатынын вәхшиҙәрсә үлтереүҙә ғәйепләнгән ирҙе ҡулға алғандар. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, фажиғә 23 декабрҙән 24-енә ҡарай төндә теркәлгән. Виталий элекке ҡатынының фатирына үтеп инеп, уның тәүге никахтан тыуған 16 йәшлек улын бәйләп ҡуйған, 36 йәшлек Анна ҡайтҡас, уны ғазаплап үлтергән.
42 йәшлек ир быға тиклем дә «Үлтереү менән янау йәки ауыр тән йәрәхәттәре һалыу» һәм «Язалау» статьялары буйынса хөкөм ителгән булған. Виталий енәйәт ҡылғандан һуң ҡасырға маташҡан, ләкин уны тиҙ арала тотҡандар.
«Ҡатынды үлтергән ир ир енәйәт урынын ҡалдырып киткән, ләкин иртәнсәк ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны Стәрлетамаҡта үҙенең автомобилендә ҡулға алған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.