20 декабрҙә кискеһен Иглин районының «Торнаҡай» коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте янындағы тимер юлда бер ир йөк поезы аҫтында ҡалған. Ул ауыр хәлдә 13-сө дауаханаға оҙатылған. Уның аяғы өҙөлгән, әле реанимацияла иҫһеҙ ята.
Билдәле булыуынса, машинист поезды туҡтатырға тырышҡан: тиҙ генә тормозға баҫҡан, ләкин өлгөрмәгән. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙең ни өсөн тимер юлында ятҡанын тикшерә. Тайып йығылып, башы менән бәрелгән йәки иҫерек булған, тигән фараздар бар.