Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Декабрь 2023, 14:48

Республикала ике йөк машинаһы бәрелешкән, бер водитель һәләк булған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре водитель һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Башҡортостандың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, авария 20 декабрҙә Өфөнө көнбайыш урау юлының 25-се саҡрымында булған. «Хово» һәм «Шакман» йөк машиналары бәрелешкән. «Хово» водителе ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән.

Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-12-20/v-bashkirii-pri-stolknovenii-dvuh-gruzovikov-pogib-voditel-3575214

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас