Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Ноябрь 2023, 14:01

Браконьерҙарға мышыны атып үлтергән өсөн ҙур штраф янай

29 ноябрҙә Бишбүләк районында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы, Һунарсылар Һәм балыҡсылар ассоциацияһының законһыҙ һунар итеүҙе асыҡлау һәм тыйыу буйынса берлектәге сараһы уҙҙы.

Рейд барышында Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән һунар биләмәләрендә бер йәшлек мышыны рөхсәтһеҙ аулау асыҡланған.

«Һунар ресурстарына 400 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Мышы түшкәһен бүлгән урында машина эҙҙәре һәм гильзалар табылған. Әлеге ваҡытта тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Экология министрлығынан.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда мышыға атҡан браконьерҙың шәхесе асыҡланған, уға 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-30/brakonieram-grozit-mnogotysyachnyy-shtraf-za-ubiystvo-losya-v-bashkirii-3545724

 

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас