Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Ноябрь 2023, 15:08

Туймазыла автобус ике еңел автомобиль менән бәрелешкән, ҡорбандар бар

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

22 ноябрҙә Туймазынан 13 саҡрым алыҫлыҡта урындағы әһәмиәттәге юлда 33 пассажир ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, «НефАЗ» «Лада Гранта» менән бәрелешкән, артабан «Лада»ға «Хендай Солярис» килеп бәрелгән. «Лада» водителе һәләк булған. Автобус юл ситенә сығып осҡан. Салондағы 33 пассажирҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған. «Хендай»ҙа йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-22/v-bashkirii-stolknulis-dve-legkovushki-i-avtobus-s-33-passazhirami-est-zhertvy-3532110

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас