Иглин районының Үктәй ауылы эргәһендәге һунар ерҙәренә рейдҡа сыҡҡан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторы ике ата мышының түшкәһенә тап булған. Был турала Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ошо енәйәт тураһында мәғлүмәткә эйә булғандарҙан (347) 218-04-30 йәки 112 телефоны буйынса Республиканың экология министрлығына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Бынан алдараҡ Башинформ Борай районындағы ошоға оҡшаш хәл тураһында хәбәр иткәйне.