Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.64
0
98.84
0
75.99
+1.94
-31 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Октябрь , 10:54

Ишембайҙа айыу ҡатын-ҡыҙға һөжүм иткән

Бөгөн иртән, 13 октябрҙә, Ишембай районының Петровский ауылы үҙәгендә ҡатын-ҡыҙға айыу ташланған. Был хаҡта «Башинформ»ға урындағы халыҡтан билдәле булды.

«Ауылдашыбыҙға инә айыу һөжүм иткән. Йыртҡысты ҡурҡытҡандар, ләкин ул кешенең арҡаһын яралап өлгөргән, ҡулы ла һынған», - тип хәбәр итәләр.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын Ишембай районы дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Ишембай районында тайыштабандың һөжүм итеү осрағы булғайны инде. Ул ваҡытта айыу Маҡар ауылы янында көтөүҙә йөрөгән һыйырҙы ҡазалаған. 

Ғәҙәттән тыш хәл урынына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың Экология министрлығы инспекторҙары ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-13/v-bashkirii-medved-napal-na-zhenschinu-3477005

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас в