Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.11
+0.04
105.69
+0.38
77.55
+0.37
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Октябрь 2023, 17:36

Мутлашыусылар республика йәшәүселәргә суд исеменән шылтырата һәм хәбәрҙәр ебәрә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мутлашыу осраҡтарының йышайыуы хаҡында иҫкәртә. Билдәһеҙҙәр суд етәкселеге һәм судьялар исеменән процестарҙа ҡатнашыусыларға шылтырата йәки мессенджерҙарҙа хәбәрҙәр ебәрә.

«Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, суд етәкселеге һәм судьялар процеста ҡатнашыусылар менән суд ваҡытында ғына аралаша. Әгәр һеҙҙең телефонға, шулай уҡ Telegram, WhatsApp мессенджерҙарына суд рәйесе, уның урынбаҫарҙары, судьялар йәки суд аппараты хеҙмәткәрҙәре исеменән хәбәрҙәр килә икән, шикле әңгәмәсе менән һөйләшеүҙе туҡтатырға, хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә, банк операцияларын башҡармаҫҡа, һылтанмалар буйынса үтмәҫкә кәрәк», - тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-12/moshenniki-zvonyat-i-otpravlyayut-zhitelyam-soobscheniya-zhitelyam-bashkirii-ot-imeni-sudov-3476428

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: