Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Октябрь 2023, 16:07

Әбйәлилдә юл фажиғәһендә 36 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостандың ЮХХДИ
Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ

Башҡортостанда Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай автомобиль юлындағы аварияла «Лада Ларгус» тың 36 йәшлек пассажиры һәләк булған, тип хәбәр иттеләр республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Фажиғә көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Әбйәлил районының Хәлил ауылы янында теркәлгән.

Башҡортостандың ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 57 йәшлек водитель эскән булған, экспертиза 1.045 мг алкоголь күрһәткән. Билдәле булыуынса, хәүефле боролошта ир юл ситенә сығып осҡан.

«Биш кеше йәрәхәтләнгән. Урында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Тикшереү бара», - тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-03/avariya-v-bashkirii-unesla-zhizn-36-letnego-muzhchiny-3463641

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас