Ҡариҙел районында полицейский вафат булған. «Башинформ» агентлығы сығанағы хәбәр итеүенсә, ул үҙ теләге менән яҡты донъянан киткән.
Был хәлгә ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә аңлатма бирҙеләр.
«Бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡариҙел районы буйынса бүлегендә полиция хеҙмәткәре эш бүлмәһендә үле килеш табылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге ваҡиға сәбәптәрен билдәләү өсөн тикшереү башланы», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.
https://www.bashinform.ru/news/law/2023-09-28/v-ufe-sotrudnika-politsii-nashli-mertvym-3458283