Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Сентябрь 2023, 14:55

Башҡортостанда «Лада Гранта» менән «ВАЗ-2107» бәрелешкән, ҡорбандар бар

Бөгөн Мәләүез районында юл фажиғәһе теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария 28 сентябрҙә көндөҙ Ергән - Нордовка автомобиль юлының 11-се саҡрымында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 62 йәшлек водитель идара иткән «Лада Гранта» менән ҡаршыға килгән «ВАЗ-2107» бәрелешкән. Рулдә 72 йәшлек ир ултырған.

Юл фажиғәһендә «Гранта» водителе һәләк булған. «ВАЗ»-дың 75 йәшлек пассажиры ла йән биргән, ә водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-09-28/v-bashkirii-stolknulis-lada-granta-i-vaz-2107-est-zhertvy-3457756

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас