Өфөлә 10 сентябрь төнөндә бер ғаиләлә бәхетһеҙлек булған. «Башинформ»ға үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, Хәҡиҡәт урамында урынлашҡан йорт эргәһендә туғандары 15 йәшлек үҫмерҙең мәйетен тапҡан. Ул бейеклектән ҡолап төшкән. Уҡыусы имен ғаиләлә тәрбиәләнгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.