

Белорет районындағы Яланғас тауында юғалған туристы эҙләү эштәре тамамланды. Ирҙе Яланғас тауына илткән иҫке юлда үле килеш тапҡандар. Үлем сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлай, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 43 йәшлек яҡташыбыҙ Рус география йәмғиәтенең «Урал барыҫы» проектында ҡатнашҡан. Билдәле булыуынса, ул тауға менеп еткән, ләкин тәғәйен ваҡытҡа өйөнә ҡайтмаған. Уның тормош иптәше ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән. Оҙаҡ ҡына эҙләгәндән һуң уның автомобиле табылған. Бөгөн уны янғын-ҡотҡарыу вертолеты менән дә эҙләнеләр. Эҙләү эштәрен Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, ирекмәндәр һәм кинологтар алып барҙы.
Турист, сәйәхәтсе, блогер, Көньяҡ Урал һуҡмағы проектына нигеҙ һалған Рәис Ғәбитов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Айрат Йәнбулатов ҡайын янында төшкән һуңғы селфиһын 3 сентябрҙә 14 сәғәт 40 минутта ебәргән. Аҙаҡ бәйләнешкә сыҡмаған. Айратты ошо фото буйынса эҙләп тапҡандар, ләкин ул үлгән булған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.