Ишембайҙа газ шартлаған йорт тулыһынса авария хәлендә тип танылды. Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы һәм Тәфтиш комитеты комиссияһы ошондай ҡарар сығарҙы. Бөгөн ҡотҡарыусылар ҡыйыҡты нығытыу эштәрен тамамланы. Шуға күрә иртәгәнән емерелмәгән подъездағы фатир хужаларына әйберҙәрен алырға рөхсәт ителде, тип белдерҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 30 августа Ишембайҙа ике ҡатлы йортта газ баллоны шартлаған. Ике кеше зыян күргән, 91 йәшлек ҡатын һәм 51 йәшлек ир, һуңғыһы дауаханаға оҙатылған. Оло йәштәге инәй дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Ашығыс хеҙмәттәр килеп еткәнсе йорттағы 10 кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Әле 8 кеше - ваҡытлыса тороу пункттарында, ҡалғандары туғандарында йәшәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре емерелектәрҙе һүтеүен дауам итә. Урында 57 кеше һәм 19 берәмек техника эшләй.