Саҡмағоштан алыҫ түгел Шаран районына илткән трасса янында ике төлкө бесәйҙе тоторға маташҡан. Хайуан ағасҡа менеп ҡотолған. Был күренеште юлдан үтеп барған кешеләр видеоға төшөрөп алған. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан «Башинформ»ға ебәрелгән видеояҙма.
Бынан алда «Башинформ» Өфө районындағы шәхси йортҡа төлкө үтеп инеүе һәм ҡаймаҡты ашауы хаҡында яҙғайны.