Өфөлә массажсы Павел Б.-ны клиенттары сексуаль бәйләнеүҙә ғәйепләй. Билдәле булыуынса, ирҙең был өлкәлә 7 йыллыҡ тәжрибәһе бар. Ул целлюлитҡа ҡаршы, тәнде йомшартыусы һәм классик массаждар эшләй. Өйөндә, Беренсе Май урамында ҡабул итә.
Сеанстарҙың береһендә ир енси енәйәт ҡылғандан һуң клиент ҡасып сығып китә. Бынан һуң тикшереү башлана.
«РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы Енәйәт кодексының 132-се статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Тикшереү үткәрелә. Тәфтишселәр массажсы ҡулынан зыян күргән кешеләрҙе асыҡлаясаҡ», - тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға Тәфтиш комитетынан.