

БР һаулыҡ һаҡлау министрлығында бәшмәк менән ағыуланған пенсионерҙарҙың хәле хаҡында һөйләнеләр.
«Реанимация бүлегенә 5 кеше килтерелде. Кисә уларҙың икәүһен сығарғандар. Барыһының да хәле тотороҡло», – тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға ведомствонан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Салауат районының Лаҡлы ауылында биш пенсионерҙың бәшмәк ашап ағыуланыуы хаҡында билдәле булды. 60 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге пенсионерҙар Лаҡлы ауылында йәшәгән 75 йәшлек туғанына ҡунаҡҡа барған һәм бәшмәк йыйырға урманға юлланған. Бынан һуң йыйған «табыш»ты бешереп ашағандар. Әммә бынан һуң уларҙы Малаяҙ район үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар. «Билдәһеҙ бәшмәк менән ағыуланыу» диагнозы ҡуйылған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.