11:24 (UTC+5), 21 Август 2023

Башҡортостанда ял көндәрендә 7 урман янғыны сыҡҡан

Башҡортостанда ял көндәрендә дөйөм 11 гектар майҙанда 7 урман янғыны сыҡҡан. Уларҙың өсәүһе Хәйбулла, Белорет һәм Ейәнсура райондарында, әле һаман һүндерелмәгән.

«Хәл-торош — контролдә. Тораҡ пункттарға хәүеф янамай», — тип хәбәр итте «Сәләм» тапшырыуы эфирында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Лилиә Кәримова.

Уның һүҙҙәренсә, республикала бөтәһе 80 техноген янғын теркәлгән. «Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, Бөрөлә янғын һөҙөмтәһендә бер ҡатын һәләк булған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостантанда яҡын көндәрҙә һауа торошо үҙгәрәсәк, тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем еткән ел сығыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температура түбәнәйәсәк. Йәшен йәшнәүе ихтимал.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика