12:01 (UTC+5), 21 Августа 2023

Башҡортостанда ветеринарҙар автомобилдән тапалған айыу балаһын ҡотҡарған

Башҡортостанда Йылайыр районы ветеринарҙары айыу балаһын ҡотҡарған. Хайуанды бөгөн иртән егерь табып алған. Ул райондың ветеринария хеҙмәтенә шылтыратҡан һәм Ҡашҡар һәм Юлдыбай ауылдары араһындағы «Аҡау» тигән урында автомобилдән тапалған айыу балаһы ятыуы хаҡында хәбәр иткән.

Йылайыр районының ветхеҙмәте күрһәтелгән урынға юлланған. Бында ысынлап та юл буйында айыу ятыуы асыҡланған. Белгестәр урында тайыштабанды ҡарағандан һуң район үҙәгенә алып барған. Тикшереү үткәргәндән һуң айыу балаһының бер ере лә һынмауы асыҡланған.

Йылайы районы баш ветеринар табибы Илшат Ҡарасов «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, айыу балаһы имгәнеүе һәм башы һелкенеүе асыҡланған. Кәрәкле процедураларҙан һуң ул тын ала башлаған һәм көслө итеп үкерергә тотонған. Хайуан үҙе янына кешеләрҙе яҡын ебәрмәгән.

Айыу балаһына ауыртыуҙы баҫа торған кәрәкле инъекция ҡуйғандар. Ул әлегә райондың ветеринария хеҙмәтендә ҡалдырылған, һуңыраҡ артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк.

«Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров әйтмешләй, беҙ Башҡортостанда бер кемде лә ташламайбыҙ. Ветеринария хеҙмәтенә рәхмәтемде белдерәм. Быға тиклем беҙ Йылайыр районында Тишка исемле айыуҙы һәм аҡҡошто ҡотҡарғайныҡ», — тип яҙа социаль селтәрҙә район башлығы Борис Мелкоедов.

1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика