Өфө районының Йоматау ауылында йәшәүсе 32 йәшлек Динар Юнысов хәбәрһеҙ юғалған, тип хәбәр итә «ЛИЗА Алерт БР». Дүшәмбе, 7 августан, ирҙең ҡайҙа булыуы тураһында бер нимә лә билдәле түгел.
Юғалған кешенең билдәләре: бейеклеге 170 см, ҡара сәсле һәм зәңгәр күҙле.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8-800-700-54-52 телефонына йәки берҙәм 112-се номерға шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-10/v-bashkirii-ischut-32-letnego-dinara-yunusova-3380274