Өфө ҡалаһынан 36 йәшлек Артур Һаҙыев хәбәрһеҙ юғалған, тип белдерә «Лиза Алерт БР» журналы. Ирҙең ҡайҙалығы тураһында бөгөндән бирле бер нәмә лә билдәле түгел.
Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, ир табиптарҙың ярҙамына мохтаж. Юғалған мәлдә ул йәшел куртка, зәңгәр футболка, ҡара-зәңгәр трико һәм галош кейгән була. Буйы 161 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле һәм һоро күҙле.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8-800-700-54-52 телефонына йәки берҙәм 112-се номерға шылтыратыуҙарын һорайҙар.
https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-08/v-bashkirii-ischut-muzhchinu-kotoromu-trebuetsya-pomosch-vrachey-3377651