06:27 (UTC+5), 31 Июля 2023

Ҡот осҡос фажиғә: Марий Элда ғәрәсәт ваҡытында яҡташыбыҙҙың һәм ике балаһының ғүмере өҙөлгән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уларҙы 1 августа Стәрлебаш ауылында ерләйҙар. Мәрхүмә әсәне һәм уның балаларын алып ҡайтып ерләү өсөн аҡса йыя башлағандар. 

Фото: социаль селтәрҙәр
Альмира Давлетбаева

Марий Элда ҡурҡыныс фажиғә булған. «Марий Чодра» милли паркындағы Яльчик күлендә ҡупҡан дауыл һөҙөмтәһендә туристарҙың палатка лагерына  ағастар ҡолаған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 кеше яраланған, етәүһе үлгән, улар араһында өс бала бар.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, һәләк булғандар иҫәбендә —Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуып үҫкән 32 йәшлек Гөлнара С. һәм уның ике кескәй балаһы. Өлкәне — ике йәштә, икенсеһе ике айлыҡ ҡына. Ғаилә Ҡазанда йәшәгән, Гөлнара Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, Татарстан Фәндәр академияһының халыҡ ижады бүлеге ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән.

Яҡташыбыҙҙы һәм уның балаларын 1 августа Башҡортостандың Стәрлебаш ауылында ерләйҙәр.

Гөлнараның ире әлеге ваҡытта ауыр хәлдә Волжск дауаханаһында ята.

Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов хәбәр итеүенсә, һәләк булған әсәне һәм уның сабыйҙарын алып ҡайтып ерләү өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Реквизиттар: 4276 0600 1429 2828, Һаҡлыҡ банкы картаһы. Алыусыһы: Рима Фәрит ҡыҙы Я. (Гөлнараның әсәһе).

Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 

«Башинформ» яҡташыбыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-07-30/zhutkaya-tragediya-vo-vremya-uragana-v-mariy-el-pogibla-semya-s-maloletnimi-detmi-urozhenki-bashkirii-3364330

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика