Бөгөн, 20 июлдә, Башҡортостанда иртәнге сәғәт һигеҙҙә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика ЮХХДИ-ның телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, авария Иглин районында, Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1507-се километрында, Ленинское ауылы эргәһендә булған.
Трассала «ГАЗель» йөк машинаһы «Шакман» самосвалы менән бәрелешкән. «ГАЗель» водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, ә уның пассажиры алған йәрәхәттәренән йән биргән.
Авария сәбәптәре асыҡлана.