Башҡортостанда Октябрьскийҙан 42 йәшлек Наилә Фазлыеваны эҙләйҙәр, тип хәбәр итә «Лиза Алерт РБ». Ул быйыл 13 майҙа ғәйеп булған.
Билдәләре: ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8-800-700-54-52 йәки берҙәм 112 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.