05:49 (UTC+5), 14 Июль 2023

Учалыла янғын өс ғаиләне өйһөҙ ҡалдырған

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Ләйсән Закирова

Учалы районында янғындан һуң өс ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған. 13 июлдә көндөҙ Октябрьский ауылында хужалыҡ ҡаралтылары янып киткән. Янғын тураһында һуң хәбәр иткәндәр, етмәһә, көслө ел уттың күрше йорттарға таралыуына булышлыҡ иткән, тип белдерҙеләр «Башинформ»ға Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ике йорт (уларҙың береһе ике хужаныҡы), 4 мунса, 4 һарай, 2 гараж, келәт, утынлыҡ, күгәрсен кетәге һәм аласыҡ янып бөткән. Бер сәғәттән янғын һүндерелгән. Ҡорбандар юҡ. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй, янғын сәбәбе асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-07-14/v-bashkirii-krupnyy-pozhar-ostavil-bez-zhilya-tri-semi-3339495

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика