Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 36 йәшлек Кристинаны эҙләү эштәре тамамланды. 6 июлдә ул Иглиндән таксиға ултырып киткән һәм ғәйеп булған. «Иглин балаларын эҙләү» ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, кисә ҡатынды үле килеш тапҡандар.
«Башинформ» асыҡлауынса, ирекмәндәр төркөмөндә Кристинаны эҙләү тураһында пост аҫтында яҙылыусыларҙың береһе кәрт һалған һәм тап ошолай буласағын әйткән. Мәрхүмә урманда табылған, йәш балалар әсәйһеҙ ҡалған. Мәғлүмәт агентлығы ошо хәлгә бәйле комментарий алыу өсөн Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығына мөрәжәғәт итте. Яуап булғас та, баҫтырып сығарырбыҙ.