Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына Ҡырмыҫҡалы районындағы пляжда ҡатын-ҡыҙға атыу осрағы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт еткерҙеләр. 10 июль кисендә медицина учреждениеһынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур бүлегенә ҡулы йәрәхәтләнгән ханым мөрәжәғәт иткән тигән хәбәр килгән.
«Тикшереү барышында уның ҡулы пневматик ҡоралдан атылған пулянан йәрәхәтләнеүе билдәле булған. Тәфтиш-оператив төркөм асыҡлауынса, ханым Ҡабаҡ ауылы янында, Ағиҙел йылғаһы буйындағы пляжда яраланған. Үҙе әйтеүенсә, уны пневматик ҡоралдан шешәгә атҡан таныш түгел үҫмерҙәр йәрәхәтләүе ихтимал», - тип белдерҙеләр ведомствола.
Хәҙер полицейскийҙар ошо ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙы асыҡлай, унан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.