

Кисә баш ҡаланың «Ҡомло» пляжында 59 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ул бил тиңенән һыуға ингәс, иҫен юғалтҡан. Йылға буйында ял итеүселәр ярҙамға саҡырған. Урында дежурҙа торған ҡотҡарыусылар уны һыуҙан тартып сығарған.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре уға беренсе ярҙам күрһәткән, килеп еткән табиптар ҙа уны ҡотҡарырға тырышҡан. Ләкин ир иҫенә лә килмәй йән биргән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, уның ҡан тамыры өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.