Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Июнь 2023, 12:36

Башҡортостанда һыуҙа ике ирҙең ғүмере өҙөлгән

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

20 июндә кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Благовещен районының Туғай ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында балыҡсының кәмәһе әйләнгән тип хәбәр иткәндәр.

«Ошо хәлдең шаһиты һыуға бата яҙған 1954 йылғы ирҙе ярға алып сыҡҡан. Ләкин һуңынан уның хәле ауырайған, ашығыс ярҙам килеп етеүгә, ул йән биргән булған», - тип белдерҙеләр «Башинформ»ға ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Ошо уҡ кистә Нуриман районының Яңы Күл ауылы эргәһендәге Олокүлдән бер ирҙең мәйетен тапҡандар. Мәғлүм булыуынса, ул былтыр уҡ хәбәрһеҙ юғалған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, оператив-тәфтиш саралары үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-06-21/v-bashkirii-voda-zabrala-zhizni-dvuh-muzhchin-3307990

Читайте нас