Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.24
+0.64
82.37
+0.91
74.92
+1.12
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Февраль , 16:58

Өфөлә күп ҡатлы йорт алдында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған

16 февралдә Өфөнөң Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә, Менделеев урамында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. «Башинформ»ға үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, күп ҡатлы йорт алдында ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған. Йәнәһе лә, туған тейешле кешеһе уны етенсе ҡаттағы балкондан ырғытҡан. Ҡатын алған йәрәхәттәренән вафат булған. Шунан һуң ир фатирҙа үҙ-үҙенә ҡул һалған. 

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-02-16/v-ufe-pod-oknami-zhilogo-doma-nashli-trup-zhenschiny-muzh-raspravilsya-s-zhenoy-i-svel-schety-s-zhiznyu-3145901

Читайте нас в