12:26 (UTC+5), 06 Февраль 2023

Республикала уҙған тәүлектә мутлыҡ факттары буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған

Фото: Ксения Калинина
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда уҙған тәүлектә мутлыҡ факттары буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған — республикала йәшәүселәр енәйәтселәргә 2 миллион һумға яҡын аҡса күсергән. Мәҫәлән, бер осраҡ Белорет ҡалаһында теркәлгән. Полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға туристик турҙар буйынса менеджер шылтыратып, осһоҙ хаҡҡа юллама һатып алырға тәҡдим иткән. Ул ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимгә ризалашып, «турагент» иҫәбенә 120 мең һум күсергән. Ә белгес аҡсаны алғас та юғалған. 

«Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланырға мөмкин. Социаль селтәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, уларҙың шәхси номерына шылтыратып белешегеҙ. Шикле һылтанмаларҙы асмағыҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-02-06/minus-2-mln-rubley-za-sutki-zhiteli-bashkirii-prodolzhayut-verit-moshennikam-i-otdavat-svoi-dengi-3131841

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика