Башҡортостанда Р-240 Өфө-Ырымбур трассаһының 161-се саҡрымында, Икенсе Иманғол ауылы янында, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юлда «Лада Гранта», «Шкода Октавиа» һәм «Лада Приора» автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.
Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Ҡотҡарыусылар һәләк булғандарҙы һәм йәрәхәтләнгәндәрҙе машинанан сығарған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше үлгән, дүртәүһе йәрәхәттәр алған, бөтәһе лә өлкәндәр. Имгәнгән пассажирҙар дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.