Суд приставтары Ишембайҙа йәшәгән Вадим Виденеевты эҙләй. Уның биш йәшлек ҡыҙына ярты миллиондан ашыу бурысы йыйылған.
Был турала Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр. Ирҙең оҙаҡ ваҡыт сдтан ҡасып ҡасып йөрөүе билдәле. Яңы һөйгәне менән улар ҡуртым фатирында йәшәгән.