14:58 (UTC+5), 27 Декабря 2022

Республикала почта бүлексәләре начальниктары «Рәсәй почтаһы» аҡсаһын һәм тауарҙарын үҙләштергән

Фото: Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы
Дарья Субботина

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Учалы районы «Ҡунаҡбай» почта элемтәһе бүлексәһенең 42 йәшлек начальнигының енәйәт эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ул үҙенең вазифаһын «Рәсәй почтаһы» тауарҙарын урлау өсөн файҙаланған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул «Ҡунаҡбай» бүлексәһенең кассаһынан даими рәүештә аҡса һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын урлаған, уларҙы шәхси мәнфәғәте өсөн файҙаланған. «Рәсәй почтаһы»на 92 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән.

Уға ҡарата «аҡсаны үҙләштереү йәки туҙҙырыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Учалы районы суды почта бүлексәһе етәксеһен аҡса үҙләштереүҙә ғәйепле тип таныған һәм ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән. Ғәйепләнеүсе «Рәсәй почтаһы»на килтерелгән зыянды тулыһынса ҡаплаған.

2022 йылдың октябрендә «Рәсәй почтаһы»ның халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын урлаған өсөн Учалы районының «Абҙаҡ» ауылындағы почта элемтәһе бүлексәһе етәксеһе лә 2 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Ул үҙ ғәйебен танып, 159 мең һумдан ашыулыҡ зыянды ҡаплаған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-27/v-bashkirii-nachalnitsy-pochtovyh-otdeleniy-prisvaivali-dengi-i-tovary-pochty-rossii-3087683

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика