Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Декабрь 2022, 12:24

Башҡортостанда прокуратура балалар ултырған автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе буйынса тикшереү башланы

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Өфө районы прокуратураһы мәктәп автобусы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһына буйынса тикшереү ойошторҙо.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 26 декабрҙә Яңы Булгаков биҫтәһендәге балаларҙы алып китеп барған «ПАЗ» автобусы һәм «НефАЗ» маршрут транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота.

«Тикшереү барышында прокуратура граждандарҙы, шул иҫәптән балаларҙы ташыу, водителдәрҙең пассажирҙар ташығанда һәм машиналарҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлегенә баһа бирә», — тип белдерҙеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-26/v-bashkirii-prokuratura-provodit-proverku-po-faktu-dtp-s-uchastiem-avtobusa-s-detmi-3086272

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас в