Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Декабрь 2022, 12:37

ДНР-ҙа хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән: 16 кеше һәләк булған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Донецк Халыҡ Республикаһының Шахтерск районында 16 кеше юл фажиғәһендә һәләк булған, тағы өсәүһе йәрәхәтләнгән. Был хаҡта ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

«Шахтерск  — Торез автомобиль юлында хәрбиҙәрҙе алып китеп барған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән. 16 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше дауаханаға оҙатылған (улар реанимацияла ята)», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар араһында йөк машинаһы водителе лә бар. Фажиғә урынында оператив хеҙмәттәр эшләй.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-07/v-dnr-stolknulis-gruzovik-s-voennosluzhaschimi-i-mikroavtobus-pogibli-16-chelovek-3060895

Читайте нас: