
Әбйәлил районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә,бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 261-се саҡрымында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «Лада Гранта» менән «Лада Ларгус» бәрелешкән. «Гранта» менән Силәбе өлкәһендә йәшәгән 30 йәшлек водитель идара иткән. «Лада Ларгус» рулендә Белореттан 49 йәшлек ир булған.
Юл фажиғәһендә «Гранта» пассажиры табиптар килеп еткәнсе йән биргән. «Ларгус» водителенә һәм уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.