11:33 (UTC+5), 18 Ноября 2022

Башҡортостан Башлығы тотош ғаилә һәләк булған янғын тураһында: «Фажиғәне тикшереү буйынса оператив штаб булдырылды»

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тотош ғаилә һәләк булған янғынды тикшереү буйынса оператив штаб ойошторолоуын хәбәр итте.

«Беҙ урында фажиғә сәбәптәрен тикшереү менән шөғөлләнгән оператив штаб булдырҙыҡ. Уны хөкүмәтебеҙ вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкләй. Ерләү эштәрен ойоштороуҙы һәм башҡа сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Етем ҡалған балалар хаҡында хәстәрлек күрербеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле йөкләмәләр бирелде. Янғындың күрше фатирҙа йәшәүселәргә килтергән зыянын баһаларға һәм уларға ярҙам күрһәтергә ҡуштым», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы һәм туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылындағы ике фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Утта ата-әсәнең һәм биш балаһының ғүмере өҙөлгән. Ғаилә башлығы ике улын уттан сығарып өлгөргән, һуңынан өйгә кире ингән һәм шунда һәләк булған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-18/glava-bashkirii-o-pozhare-s-gibelyu-semi-sozdan-operativnyy-shtab-po-rassledovaniyu-tragedii-3035649

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика