Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
31 Октябрь 2022, 12:34

Башҡортостанда ике сит ил машинаһы бәрелешкән, ҡорбандар бар

Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ

Күгәрсен районында Магнитогорск - Ира юлының 348-се саҡрымында «Фольксваген Поло» һәм «Шкода Рапид» автомобилдәре ҡатнашлығында үлемесле фажиғә теркәлгән. Өс кешенең ғүмере өҙөлгән, икәүһе йәрәхәтләнгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов авария сәбәптәрен асыҡлау өсөн ваҡиға урынына юлланған.

Фажиғә урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә килгән. Мәрхүмдәр араһында балалар юҡ.

Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-31/v-bashkirii-pri-stolknovenii-dvuh-inomarok-pogibli-tri-cheloveka-3009929

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: