25 октябрҙә кисен Салауат районында ҡырағай йәнлек ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. «Башинформ»ға үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, Hyundai Solaris автомобиленең 47 йәшлек водителе Кропачёво — Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлында, Әлкә ауылы янында, мышыны бәрҙергән.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡырағай хайуан юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан. Водитель һәм уның пассажиры баш мейеһе йәрәхәте менән Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған», — тип һөйләне мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Ваҡиға сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, мышы үлгән.